Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.98
-0.54
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ноябрь 2015, 17:43

Республикала һөт һәм балыҡ ҡиммәтләнде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Уҙған аҙнала Башҡортостанда социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә хаҡтарҙың артыуы күҙәтелә. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, стерилләнгән һөт (уртаса хаҡы — 52,07 һум) һәм туңдырылған балыҡ (135,8) 2,3 процентҡа, кишер (22,9), башлы һуған (21,55) һәм шәкәр ҡомо (48,74) 0,8 процентҡа ҡыйбатланған. Аҡ күсәнле кәбеҫтәнең хаҡы 1,5 процентҡа күтәрелгән.
Аҡ май, һыйыр ите һәм ҡарабойҙайҙың хаҡы үҙгәрмәгән тиерлек. Тары ярмаһы (31,5) 1,7 процентҡа, сусҡа ите (253,43) һәм алма (74,85) бер процентҡа арзанайған.
Читайте нас: