Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ноябрь 2015, 14:58
Республика урмансылары Яңы йыл шыршыларын әҙерләй башланы
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы
ӨФӨ, 2015 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды. Шыршы баҙарҙарына 120 мең ағас килтереү күҙаллана, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығында.
— Әлеге көндә Дыуан, Асҡын, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман, Белорет һәм Бәләбәй райондарында шыршы әҙерләйҙәр. Тап ошо урмансылыҡтар «энәле матурҡайҙар» менән тәьмин итәсәк, — тине Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының милек менән идара итеү, техник үҫеш һәм хеҙмәтте һаҡлау бүлеге етәксеһе урынбаҫары Альберт Бохаров.
Уның һүҙҙәренсә, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү 20 декабргә тиклем дауам итә.
Теги:
яңы йыл
шыршы әҙерләү
Читайте нас