Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ноябрь 2015, 11:18

Республика Әрмәнстандан аҙыҡ-түлек килтереү хаҡында һөйләшеүҙәр алып бара

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан кәштәләрендә Әрмәнстан эшкәртеүсе предприятиеларының продукцияһы урын аласаҡ. Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәткәрҙәр делегацияһы Кавказ республикаһынан урындағы баҙарҙа аҙ булған аҙыҡ-түлек тауарҙарын килтереү тураһында яҡынса килешеүҙәр төҙөп ҡайтты.
Башҡортостан вәкилдәре «Двин Гудс» еләк-емеш, йәшелсә һәм балыҡ әҙерләү холдингында, «Арарат» йәшелсә-емеш консервалау комбинатында, «Бекон» фирмаһында, «Спайка» һәм «Евротерм» логистик предприятиеларында булды.
«Әрмәнстан Республикаһының Евразия иҡтисади союзының таможня протоколына ҡушылыуы тауар килтереүҙе ҡулайлаштырҙы, хәҙер әлеге продукция беҙҙең төбәктәге баҙарҙа конкурентлыҡҡа һәләтле булып тора. Киләсәктә Пермь крайы, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренең сауҙа структураларына һатып алыуҙы киңәйтеү күҙаллана», — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.
Читайте нас: