08:01 (UTC+5), 16 Ноября 2015

Баш ҡалала «Эшлекле бәйләнештәр биржаһы»нда 70 бәләкәй предприятие үҙенең хеҙмәттәрен тәҡдим итте

Өфө Эшҡыуарҙар союзы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында «Эшлекле бәйләнештәр биржаһы» уҙғарылды. Ҡаланың Эшҡыуарҙар союзында хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыу өсөн 70 бәләкәй предприятие ғариза биргән. Уларҙың вәкилдәре баҙарҙағы хәл тураһында мәғлүмәт алды, үҙҙәренең хеҙмәттәрен һәм проекттарын тәҡдим итте.
Предприетие етәкселәре араһында эшлекле һөйләшеүҙәр алдан төҙөлгән графикка ярашлы үтте. Белгестәр менән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса шәхси консультациялар ойошторолдо.
«Биржа» сиктәрендә «Финанс планлаштырыу» темаһына семинар үткәрелде, уны Рәсәйҙең Профессиональ аудиторҙар институты коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ ағзаһы Ирина Хәбибова алып барҙы.
«Эшлекле бәйләнештәр биржаһы»нда юридик, бухгалтер, банк, консалтинг, маркетинг, мәғариф, клининг, һаҡ һәм детектив, туристик компаниялар; электрон ҡултамға әҙерләү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү, инвентаризация үткәреү, дөйөм туҡланыуҙы ойоштороу, реклама-сувенир продукцияһын әҙерләү, кейем-һалым тегеү һәм башҡа фирмалар ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика