07:57 (UTC+5), 13 Ноября 2015

Рөстәм Хәмитов: КүмАПП юридик берәмек һәм технологик майҙансыҡ булараҡ үҙаллылығын һаҡлап ҡаласаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Күмертау авиация етештереү предприятиеһы берҙәм вертолет эшләү кластерына ингәндән һуң үҙенең финанс үҙаллылығын һаҡлап ҡаласаҡ. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика, ҡала һәм район киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыу барышында белдерҙе.
– Предприятиеның бурыстары күп. Улар яҡынса 14-15 миллиард һум тәшкил итә. Предприятиеның бер үҙе генә ошо бурыстарҙан ҡотола алмаясағын аңлап, Ҡазан вертолет заводы менән Күмертауҙың бергә эшләү варианты тәҡдим ителде. Эйе, Күмертауҙың акциялары Ҡазан вертолет заводы идаралығына тапшырыла. Әлеге вариантты тикшергәндә Күмертауҙың юридик берәмек һәм технологик майҙансыҡ булараҡ үҙаллылығын һаҡлап ҡаласағы тураһында килештек, – тине төбәк етәксеһе.
Күмертау авиация етештереү предприятиеһында сығарылған «Камов» вертолеттары популяр һаналмай, уларҙы ҡулланыу даирәһе сикле, тип билдәләне республика Башлығы. Атап әйткәндә, улар янғындарға һәм төрлө стихиялы бәлә-ҡазаларға ҡаршы көрәштә файҙаланыла. Бөгөнгә ошо вертолеттарҙы һатып алыусылар күп түгел. Һиндостан КүмАПП белгестәре ярҙамында үҙенең биләмәһендә уларҙы етештереүҙе туҡтатырға ниәтләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика