16:18 (UTC+5), 13 Ноября 2015

2016 йылда ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн бюджетта 10 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2016 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеүгә бюджетта 10 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Был хаҡта, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Олег Бетинға һылтанма яһап, Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының сайты хәбәр итә.
Бюджет проектында ҡаралған 10,04 миллиард һум 8,35 мең ветерандың торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Шуның менән бергә министр урынбаҫары төбәк вәкилдәренә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға торлаҡтың өҫтөнлөклө тәртип буйынса бирелергә тейешлеге хаҡында иҫкә төшөрҙө. Рәсәй Президентының һәм Рәсәй Хөкүмәтенең ҡушыуы буйынса тәү сиратта һуғышта ҡатнашыусыларҙы һәм инвалидтарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү зарур, тине ведомство башлығы урынбаҫары.
«2015 йылдың 1 октябренә торлаҡҡа мохтаждар исемлегендә 1,22 мең һуғышта ҡатнашыусы һәм инвалид тора», — тип асыҡлыҡ индерҙе министр урынбаҫары.
Һуңғы биш йылда Башҡортостан һуғыш ветерандарына торлаҡ биреү йәһәтенән алға китте. 2010 йылдан 8873 ветеран торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Ошо маҡсатҡа федераль бюджеттан 11 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Быйыл республикаға 1,6 миллиард һум федераль ресурс ингән. Был өҫтәмә рәүештә 1300 самаһы кешенең, шул иҫәптән 101 һуғышта ҡатнашыусының һәм инвалидтың торлаҡ проблемаһын хәл итергә ярҙам итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика