12:46 (UTC+5), 06 Ноября 2015

Цзянси провинцияһы вәкилдәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Цзянси провинцияһы губернаторы Лу Синьше етәкселегендәге Ҡытай Халыҡ Республикаһы вәкилдәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды. Экскурсия Башҡортостанда Цзянси провинцияһы иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр компанияның матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡунаҡтар Өфө моторҙар эшләү берекмәһе музейын ҡараны, предприятиеның Ҡытайҙың ҡораллы көстәре менән үҙ-ара мөнәсәбәте тарихы менән танышты. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе улар өсөн Су-27 самолеты двигателдәрен эшләй.
«Өфө моторҙар эшләү берекмәһе кеүек предприятиеларҙың булыуы Рәсәй менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы араһында хеҙмәттәшлекте нығыта», — тип билдәләне Лу Синьше әфәнде.
5 һәм 6 ноябрҙә республикала Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре уҙа. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Лу Синьше хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Сара сиктәрендә Башҡортостан һәм Ҡытай эшҡыуарҙары «b2b»-һөйләшеүҙәр форматындағы эшлекле осрашыуҙарҙа ҡатнаша. Бөгөн баш ҡалала «Өфө-Янцзы» халыҡ-ара эшлекле үҙәгенә нигеҙ ташы һалыу тантанаһы булды.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика