09:39 (UTC+5), 02 Ноября 2015

Рәсәй банкы яңы иҫтәлекле тәңкәләр сығарҙы

Үҙәк банктың матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2015 йылдың 2 ноябрендә Рәсәй банкы «Ливадия һарайы (Николай Петрович Краснов)» 25 һумлыҡ иҫтәлекле көмөш тәңкәне әйләнешкә сығарҙы. Тиражы — 1,5 мең дана. Ул «Рәсәйҙең архитектура ҡомартҡылары» серияһына ҡарай.
Бер яғында Рәсәй банкының эмблемаһы — ике башлы сәмреғоштоң рельефлы һүрәте төшөрөлгән. Аҫтараҡ «Рәсәй банкы» тип яҙылған. Тәңкәнең икенсе яғын архитектор Николай Красновтың һәм Ливадия һарайының рельефлы һүрәттәре биҙәй. Портрет аҫтында «Николай Петрович Краснов» тип яҙылған. Тәңкә «пруф» сифатында яһалған.
Рәсәй банкының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Хәрби дан ҡалалары» серияһындағы ҡиммәтле булмаған металдан яһалған 10 һумлыҡ тәңкәләр әйләнешкә сығарыла. Серия «Дондағы Калач», «Ковров», «Ломоносов» аҡсалары менән тулыландырыла. Был сериялағы 33 тәңкә әйләнештә йөрөй. Һуңғыһы, «Грозный», быйыл сентябрҙә сығарылды. Тәңкәләрҙең тиражы — һәр төрө 10 миллион дана. Рәсәй биләмәһендә яңы аҡсалар законлы түләү сараһы булып иҫәпләнә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика