Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
-0.23
98.03
-0.69
89.29
+0.18
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Ноябрь 2015, 16:44

Өфөлә Төркиә компанияһы баш ҡала метробусы проекты менән таныштырҙы

агентлыҡ сайты
агентлыҡ сайты
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә Төркиә компанияһы баш ҡала метробусы проекты менән таныштырҙы. Кисә Инвестициялар йәлеп итеү агентлығы булышлығында Төркиәнең «Gursel» («Гюрсель») компанияһы етәкселеге һәм инженерҙары менән баш ҡала хакимиәте вәкилдәренең осрашыуы булды. Өфөлә «Метробус» транспорт системаһын төҙөү проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде, тип хәбәр иттеләр агентлыҡта.
Проект дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота. Әле «Gursel» ошо проект буйынса техник-иҡтисади нигеҙ әҙерләй. Осрашыуҙа төрөк партнерҙары эштәренең яҡынса һөҙөмтәләре менән таныштырҙы һәм проектты артабан ғәмәлгә ашырыу өсөн мәғлүмәт алды.
«Gursel» етәкселеге метробустарҙа йөрөүҙе ойоштороу буйынса проектты бойомға ашырыуҙа ярҙам һорап агентлыҡҡа мөрәжәғәт итте. Башҡарылған эш һөҙөмтәһендә ағымдағы йылдың июлендә ҡала хакимиәте Өфө биләмәһендә Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу ниәте тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Килешеүҙең темаһы — Башҡортостандың баш ҡалаһында «Метробус» транспорт системаһын проектлау һәм төҙөү.
Метробус — автобусты һәм метроны берләштереү юлы менән барлыҡҡа килтерелгән экологик йәмәғәт транспорты. Был система Көньяҡ һәм Төньяҡ Америкала, Истанбулда ҙур популярлыҡ менән файҙалана.
Читайте нас: