06:04 (UTC+5), 28 Октября 2015

Төбәктә һыйыр итенә, көнбағыш майына, балыҡҡа һәм икмәккә хаҡтар артҡан

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда һыйыр итенә, көнбағыш майына, балыҡҡа һәм икмәккә хаҡтар артҡан. Башҡортостанстат аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ-түлек тип һаналмаған тауарҙарға, хеҙмәттәргә хаҡтар буйынса статистик мәғлүмәттәр баҫтырып сығарҙы.
Ағымдағы йылдың туғыҙ айында аҙыҡ-түлек тип һаналмаған секторҙа хаҡтар 10,6 процентҡа (былтыр – 2,7 процентҡа) күтәрелгән. Йыл башынан һыйыр ите (20,2 процент), көнбағыш майы (25,6), балыҡ аҙыҡтары (19), икмәк һәм икмәк-булка изделиелары (8,9), макарон изделиелары, манный ярмаһы һәм дөгө (13,1-15,4), һөт һәм һөт аҙыҡтары, сусҡа ите, шәкәр (4,5-11,3) ҡиммәтләнгән. Киптерелгән емештәргә, әфлисунға, лимонға, бананға, алмаға һәм грушаға хаҡтар артҡан.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, уҙған йылдағы декабрь айы менән сағыштырғанда ҡош ите 5,3 процентҡа, йомортҡа − 23,6, башлы һуған, картуф һәм аҡ күсәнле кәбеҫтә − 23,1- 42,2, сөгөлдөр һәм кишер 0,5-3,2 процентҡа арзанайған.
Аҙыҡ-түлек тип һаналмаған тауарҙарҙан бензин 6 процентҡа, тәмәке – 1,2, алтын биҙәүестәр 1,3 тапҡырға ҡиммәтләнде. Үҙебеҙҙә сығарылған автомобилдәрҙең хаҡы – 12,1, сит илдекенә 21 процентҡа артты. Ҡайһы бер көнкүреш приборҙары, электр тауарҙары, телефондар һәм компьютерҙар, шулай уҡ кейем-һалым һәм аяҡ кейеме ҡыйбатланды.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларының халыҡҡа күрһәткән хеҙмәттәренә тарифтар 9,5 процентҡа күтәрелде. Ҡала телефоны, телеграф һәм почта бәйләнешенә хаҡтар 3,5-13,3 процентҡа артты. Ҡала автобусында һәм электр транспортында юл хаҡы 8,5 һәм 13,5 процентҡа үҫте, ҡала яны поезында иһә 14,6 процентҡа арзанайҙы. Һауа транспорты, сит ил туризмы хеҙмәттәренә һәм унда ял итеүгә хаҡтар 1,2 тапҡырға, мәктәпкәсә тәрбиә биреүгә — 1,5, урта һәм юғары белем алыуға 7,7 һәм 9,9 процентҡа артты.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2015 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса, республикала инфляция кимәле 9,5 процент тәшкил итте, был былтырғы ошо осорҙағы күрһәткестән 1,5 тапҡырға юғары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика