12:21 (UTC+5), 27 Октября 2015

Рөстәм Хәмитов Рәсәй энергетика форумын асыу тантанаһында сығыш яһаны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 27 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Һөҙөмтәле энергетика» XV Рәсәй энергетика форумын асыу тантанаһында сығыш яһаны. Сара «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында уҙа.
– Быны Өфөләге иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе, тип иҫәпләйем, – тине Рөстәм Хәмитов. – Энергетика тураһында бик оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Ошо тармаҡтағы тәҡдимдәрҙе тағы ла оҙағыраҡ ғәмәлгә ашырырға була. Һүҙ энергия һөҙөмтәлелеге, яңы ҡоролмалар, яңы энергия сығанаҡтары хаҡында бара. Бөгөн быларҙың барыһы ла мөһим, илгә, иҡтисадҡа кәрәк. Бөгөнгө күргәҙмәлә энергетика мәсьәләләрен хәл итеүҙә яңы алымдарҙы күрергә мөмкин.
Республика етәксеһе форум сиктәрендә ойошторолған «Энергияны һаҡлау. Электр техникаһы. Кабель» һәм «БРИКС һәм ШОС энергетикаһы» күргәҙмәләрен ҡараны. Рәсәйҙең 25 төбәгенең, шулай уҡ Белоруссия, Сербия һәм Германияның 150-нән ашыу предприятиеһы электр техникаһы һәм энергетика тармағы яңылыҡтары менән таныштыра. Рөстәм Хәмитов күргәҙмәлә ҡатнашыусылар – компания вәкилдәре менән предприятиеларҙа һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә импортты алмаштырыу һәм яңы технологиялар индереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй энергетика форумы Башҡортостанда 2000 йылдан уҙғарыла. Уның маҡсаты – Башҡортостандың, Уралдың һәм Рәсәйҙең энергетика һөҙөмтәлелеген арттырыу юлдарын тикшереү. Быйыл 110-дан ашыу эксперт, федераль һәм төбәк башҡарма власы вәкилдәре, Рәсәйҙәге, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙәге предприятие етәкселәре доклад менән сығыш яһай. Рәсәй энергетика форумы 30 октябргә тиклем дауам итә.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика