10:39 (UTC+5), 27 Октября 2015

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы асылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә XV Рәсәй энергетика форумы асылды. Сараны уҙғарыу урыны итеп «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексы һайланған. Ошо уҡ майҙансыҡта «ШОС һәм БРИКС энергетикаһы» халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм «Энергияны һаҡлау. Яҡтылыҡ техникаһы. Кабель» XXI махсуслаштырылған күргәҙмәһе эшләй. Журналистар менән аралашҡанда республика Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Шаронов, сараның маҡсаты — энергетика өлкәһендәге проблемаларҙы тикшереү өсөн майҙансыҡтар булдырыу, тип билдәләне.
«Бында профессионалдар осраша. Улар ниндәй яңы технологиялар барлыҡҡа килгәнен ҡарай, ғәмәлгә ашырыу өсөн үҙҙәренең технологияларын тәҡдим итә. Форум — ул ҙур күргәҙмә, йәрминкә, бында бер һөнәр кешеләре йыйылып, мәсьәләләрҙе хәл итеү алымдарын эҙләй», — тине Дмитрий Шаронов.
Форум 30 октябргә тиклем эшләй. Унда Рәсәйҙең 12 төбәгенән, Беларусь Республикаһынан, Ҡаҙағстандан вәкилдәр ҡатнаша. Программала 17 эшлекле осрашыу ҡаралған.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика