Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
85.41
-0.92
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Октябрь 2015, 16:19

Өфөлә ШОС һәм БРИКС эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса координация советын булдырырға тәҡдим ителде

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә ШОС һәм БРИКС эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса координация советын булдырырға тәҡдим ителде. Ошо хаҡта Беренсе халыҡ-ара R2R форумының һуңғы пленар ултырышында төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов хәбәр итте.
«Координация советы бөтә тәҡдимдәрҙе, эшҡыуарлыҡ проблемаларын ҡарарға тейеш. Өфө ошондай координация советы урыны була ала», — тине Вячеслав Ғиләжетдинов.
Һуңғы ултырышта форумда ҡатнашыусыларҙың халыҡ-ара конференция сиктәрендә уҙған дискуссия майҙансыҡтарындағы эше тикшерелде. Мөһим мәсьәләләр, ҡарарҙар ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең Беренсе эшҡыуарлыҡ форумы резолюцияһына индереләсәк.
Читайте нас: