13:23 (UTC+5), 21 Октябрь 2015

Туғыҙ айҙа Башҡортостанда инфляция кимәле 9,5 процент тәшкил иткән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Туғыҙ айҙа Башҡортостанда инфляция кимәле 9,5 процент тәшкил иткән. Был хаҡта 20 октябрҙә Башҡортостанстат ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ултырышында хаҡтар һәм финанс статистикаһы бүлеге етәксеһе Венера Ғәйнанова хәбәр итте.
«Быйылғы туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса республикала инфляция кимәле 9,5 процент тәшкил итте, был уҙған йылдағы күрһәткестән (6,2 процент) 1,5 тапҡырға күберәк. Аҙыҡ-түлек тип һаналмаған тауарҙарға хаҡтар 10,6 процентҡа күтәрелгән, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда дүрт тапҡырға тиерлек артҡан. Аҙыҡ-түлек тауарҙарына (9 процент) һәм хеҙмәттәргә (8,6) хаҡтар үткән йылдағы кеүек үк юғары, — тип билдәләне Венера Ғәйнанова. — Рәсәйҙә ғинуар-сентябрҙә уртаса инфляция күрһәткесе 10,4 процент кимәлендә. Республикала ҡулланыусылар хаҡы индексы — 114,6, ил буйынса 115,7 процент тәшкил иткән».
Инфляция кимәле ҡулланыусылар тауарҙарына һәм хеҙмәттәргә хаҡтарҙың артыуы менән билдәләнә һәм иҡтисадтың торошон тасуирлай. Инфляцияның төп күрһәткесе булараҡ тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ҡулланыусылар хаҡтары индексы файҙаланыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика