ӨФӨ, 2015 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 19 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй капиталы» акционерҙар коммерция банкы идараһы рәйесе Михаил Кузовлев менән
осрашты. Яҡтар «Социнвестбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшмәкәрлеген үҫтереү перспективаларын тикшерҙе, шулай уҡ Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен хәл итеүгә һәм банк системаһының тотороҡло эшләүенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.