12:17 (UTC+5), 14 Октябрь 2015

Башҡортостанда сәнәғәт роботтарын эшләү буйынса предприятие барлыҡҡа киләсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Тиҙҙән Башҡортостанда сәнәғәт роботтарын эшләү буйынса махсуслаштырылған предприятие асыласаҡ. Был хаҡта Рәсәйҙең тәрән тикшеренеүҙәр фонды советы рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Владислав Панченко менән осрашыуҙа республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
– Рәсәйҙә сәнәғәт роботтары предприятиеһы юҡ. Ҡорамалдарҙың 100, хатта 120 проценты сит илдә етештерелгән, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Быйыл уҡ Рәсәйҙә тәүге сәнәғәт роботтары предприятиеһын төҙөй башлайбыҙ.
Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, кисә Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Ментуров менән осрашыуҙа ошо мәсьәлә тикшерелде. Үҙ-ара эш итеү схемаһы һәм ошондай предприятие булдырыуҙы финанслау тураһында һөйләшеп килешелде.
– 2016 йылда продукция етештереүгә күсеү өсөн яҡын арала эштең рәсми өлөшөн башлаясаҡбыҙ, – тине республика Башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика