04:47 (UTC+5), 13 Октября 2015

Рөстәм Хәмитов «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Инвесторҙар көнөндә ҡатнашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 12 октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Инвесторҙар көнөндә ҡатнашты, унда компанияның 2015-2020 йылдарға оҙайлы үҫеш программаһы һәм стратегияһы менән таныштырҙылар.
Акционерҙар өсөн килемлелек буйынса тармаҡ лидерҙарының береһе булараҡ, «Башнефть» артабан да 2014 йылғы күрһәткестән кәм булмаған күләмдә ҙур дивидендтар (20 миллиард һум) түләргә ниәтләй.
«Башнефть» компанияһының 2020 йылға тиклемге төп бурыстары — хеҙмәтте һаҡлау, сәнәғәт хәүефһеҙлеге, тирә-йүнде һаҡлау өлкәһендә иң яҡшы тармаҡ күрһәткестәренә өлгәшеү, шулай уҡ нефть сығарыуҙа һәм уны эшкәртеүҙә инновация технологияларын индереү.
Инвестиция берләшмәһе өсөн презентация башланыр алдынан Рөстәм Хәмитов Рәсәй энергетика министрының беренсе урынбаҫары, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Алексей Текслер менән осрашты. Компанияның ағымдағы етештереү һөҙөмтәләре, уның 2015 йылдың туғыҙ айындағы иҡтисади күрһәткестәре, инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу барышы тикшерелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика