10:51 (UTC+5), 13 Октябрь 2015

Өфө эшҡыуарҙары «Перспектива — Төбәк 2015» конгресында республиканың баш ҡалаһын лайыҡлы күрһәтте

Өфө хакимиәте сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө эшҡыуарҙары Ҡазанда бәләкәй һәм урта бизнес етәкселәренең «Перспектива — Төбәк 2015» төбәк-ара конгресында республиканың баш ҡалаһын лайыҡлы күрһәтте. 13 октябрҙә муниципалитетта Өфөнө төбәк-ара сарала уңышлы күрһәткәне өсөн эшҡыуарҙарҙы бүләкләү тантанаһы булды.
Конгреста баш ҡала предприятиелары газ һәм нефть үткәргестәрен таҙартыу өсөн поршендәр эшләү, таштарҙы эшкәртеү, аҙыҡ-түлек етештереү, сувенир һәм реклама продукцияһы әҙерләү, экзотик емештәр үҫтереү һәм уларҙы һатыуҙағы ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Сарала 200-гә яҡын кеше — Рәсәйҙең 13 төбәгенән бәләкәй һәм урта бизнес предприятиелары етәкселәре ҡатнашты. Өфө эшҡыуарҙары бер нисә номинацияла лауреат исеменә лайыҡ булды, шулай уҡ «Төбәктәрҙең алтын фонды» һәм «Эшҡыуарлыҡтағы уңыштар өсөн» ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнде. Шунда уҡ Өфө ҡалаһының бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм уны үҫтереү фонды менән Татарстандың бәләкәй һәм урта бизнес предприятиелары ассоциацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика