ӨФӨ, 2015 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2015 йылдың ете айы йомғаҡтары буйынса халыҡтың йән башына уртаса килеме 24 465 һум тәшкил иткән һәм былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 6,4 процентҡа
артҡан. Был хаҡта социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы ултырышында Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте. Ултырыш 9 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙҙы.