05:54 (UTC+5), 08 Октября 2015

Федераль Хөкүмәт комиссияһы Башҡортостандың инвестиция проекттарын хупланы

Күмертау хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәй Хөкүмәте комиссияһы Башҡортостандың инвестиция проекттарын хупланы. 7 октябрҙә республикаға эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте комиссияһы ҡарамағындағы моноҡалаларҙы модернизациялау буйынса эшсе төркөм килде. Күмертау ҡалаһы хакимиәтендә уҙған ултырышта комиссия Күмертау һәм Бәләбәй инвестиция проекттарының әҙерлеге кимәлен билдәләне
«Моноҡалаларҙы модернизациялау буйынса эшсе төркөм «Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды»ның Күмертау менән үҙ-ара эш итеүе тураһында ыңғай ҡарар ҡабул итте. Хәҙер фондтың генераль директоры менән республика Башлығының килешеүгә ҡул ҡуйыуs көтөлә, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Күмертау хакимиәте башлығы урынбаҫары Ирина Голованова. — Килешеүгә ярашлы Күмертау ҡалаһында яңы инвестиция проекттары өсөн инфраструктура объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау буйынса республика сығымдарын финанслау тураһында ғариза әҙерләйәсәкбеҙ».
Ултырышта «Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Илья Кривогов етәкселегендәге эшсе төркөм ағзалары, республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков, Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляев, Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Юрий Мурмилов, инвестиция проекттарын тәҡдим итеүселәр, Внешэкономбанк рәйесе урынбаҫары Ирина Макиева иһә ситтән тороп ҡатнашты.
«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, комиссия ағзалары Маячный ауылында май экстракцияһы заводының төҙөлөш майҙансығын ҡараны һәм заводтың мөмкинлектәре ҙур булыуын билдәләне.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика