10:49 (UTC+5), 07 Октября 2015

Рәсәй Хөкүмәте комиссияһы Башҡортостанда май экстракцияһы заводын үҫтереү мөмкинлектәрен баһаланы

Күмертау хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 7 октябрҙә федераль Хөкүмәт комиссияһы вәкилдәре Күмертау ҡалаһы янындағы Маячный ауылында май экстракцияһы заводының төҙөлөш майҙансығын ҡараны. Күмертауға эш сәфәре менән «Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Илья Кривогов етәкселегендә Рәсәй Хөкүмәте комиссияһы ҡарамағындағы моноҡалаларҙы модернизациялау буйынса эшсе төркөм килде.
Төҙөлөш майҙансығын ҡарауҙа эшсе төркөм ағзалары, Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляев, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков, Силәбе өлкәһе «Сигма» холдинг компанияһының генераль директоры Александр Махров, «Май экстракцияһы заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Владимир Емелин ҡатнашты.
Күмертау башлығы хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Ирина Голованова һүҙҙәренсә, эшсе төркөм май экстракцияһы заводының төҙөлөш майҙансығын, тимер юлдарын һәм автомобиль юлын ҡарап сыҡты. Дирекция комиссия ағзаларының барлыҡ һорауҙарына ла аныҡ яуап бирҙе.
«Хәҙер беҙ Күмертау хакимиәтенә эшсе төркөм ултырышына барабыҙ, унда беҙҙең проекттар ентекле тикшереләсәк», — тип аңлатма бирҙе Ирина Голованова.
Күмертау хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика эше буйынса бүлеге хәбәр итеүенсә, комиссия ағзалары заводтың мөмкинлектәре ҙур булыуын билдәләгән.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса Маячный ауылында май экстракцияһы заводы объекттарын төҙөүгә һәм реконструкциялауға аҡса бүлеү мөмкинлеге тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика