12:28 (UTC+5), 02 Октябрь 2015

Башҡортостанда импортты алмаштырыу проекты Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 235 миллион һум аласаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Сәнәғәтте үҫтереү фондының эксперт советы Стәрлетамаҡта беренсе импортты алмаштырыу проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн 235,3 миллион һум күләмендәге заемды хупланы. Фондтың заемын иҫәпкә алып, проекттың дөйөм хаҡы 386 миллион һум тәшкил итәсәк.
Яңы ғаризалар менән бергә фонд хуплаған проекттарҙың һаны 35-кә еткән. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу Рәсәй иҡтисадына 54 миллиард һум йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк, шуларҙан фондтың займдары 12,28 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Проект сиктәрендә «Станоктар эшләү» ғилми-етештереү берекмәһе станоктар өсөн заманса корпустар етештереүҙе яйға һалырға ниәтләй. Компания проект эшләй башлағандан һуң өс йыл дауамында станоктар өсөн корпустар баҙарының 10-15 процент өлөшөн биләргә планлаштыра. Өҫтәүенә яңы корпустар сит илдекенә ҡарағанда 10-15 процентҡа осһоҙораҡ буласаҡ.
Юғары етештереүсәнле 58 эш урыны булдырыла. Проектҡа 386 миллион, шул иҫәптән Сәнәғәтте үҫтереү фонды биргән заемды — 235,3 миллион һум аҡса һалыу ҡарала. Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, 35,75 миллион һум инвестицияланған да инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика