Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Октябрь 2015, 11:05
Төбәктә байрам көндәрендә пенсия таратыу ваҡыты үҙгәрҙе
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда 11 октябрҙә Республика көнөн байрам итеүгә бәйле пенсия таратыу ваҡыты үҙгәрҙе. Өфө һәм Благовещен ҡалаларында, Благовещен, Кушнаренко һәм Өфө райондарында ул 7 октябрҙә — 7 һәм 10, 8 октябрҙә — 8 һәм 11, 9 октябрҙә — 9 һәм 12 октябрь өсөн таратыласаҡ.
Рәсәй Пенсия фонды төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, республиканың башҡа райондары һәм ҡалаларында халыҡ түләүҙәрҙе графикка ярашлы аласаҡ, сөнки 12 октябрь почта элемтәһе ойошмалары өсөн ғәҙәти эш көнө буласаҡ. Кредит ойошмаларына аҡса 13 октябрҙә күсерелә.
Теги:
республика көнө
пенсия
түләүҙәр
Читайте нас