05:29 (UTC+5), 01 Октября 2015

Рөстәм Хәмитов Индонезия делегацияһы менән осрашты

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 30 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Индонезия Республикаһы делегацияһы менән осрашты. Делегацияны «Ғәҙеллек һәм именлек» сәйәси партияһы рәйесе Мөхәммәт Әнис Матта етәкләй. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.
– Республика эшҡыуарлығы менән Индонезия Республикаһы эшҡыуарлығының үҙ-ара эш итеүенә килгәндә, әлегә беҙ башланғыс кимәлдә генә торабыҙ тип әйтергә мөмкин. Был мәҙәни, белем биреү өлкәһендәге алмашыуға ла ҡағыла. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында Индонезиянан биш студент уҡый. Өсәүһе – нефть, икәүһе медицина университетында белем ала. Шуға күрә эшмәкәрлекте үҫтереү өлкәһе бар, – тине Рөстәм Хәмитов.
– Бурысыбыҙ – Индонезия менән Рәсәй араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу. Йылдан-йыл беҙҙең мөнәсәбәттәр яҡшыра. Әле беҙҙең тауар әйләнеше 3,5 миллиард долларға етә. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу өсөн етди эш алып барабыҙ, – тип билдәләне Мөхәммәт Әнис Матта. – Шулай уҡ Рәсәйҙә эшләргә теләгән эшҡыуарлыҡ структуралары менән таныштырабыҙ. Беҙ Ҡырғыҙстанда алтын сығарыу буйынса эште башланыҡ та инде. Үҙәк Азияла, Рәсәйҙә һәм Африкала эш башларға ниәтләйбеҙ. Артабан эшләү мөмкинлектәрен ҡарау өсөн һеҙгә килдек.
Журналистар менән аралашҡанда Мөхәммәт Әнис Матта Индонезияның нефть һәм газ эшкәртеү, ауыл хужалығы, минераль ресурстар сығарыу, ғилми тикшеренеүҙәр өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә теләүе хаҡында һөйләне.
2014 йылда Башҡортостан менән Индонезия араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 1 миллион долларҙан ашыу тәшкил иткән. Башҡортостандан Индонезияға синтетик каучук (68 процент) һәм көкөрт (31 процент) оҙатыла. Республикаға фильтрлау ҡорамалдары һәм кейем-һалым килтерелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика