07:50 (UTC+5), 28 Сентября 2015

ШОС илдәренең Ҡытайҙағы презентация майҙансығында Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте күрһәтелде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. ШОС илдәренең Ҡытайҙағы презентация майҙансығында Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте күрһәтелде. Алтынсы Евразия иҡтисади форумы сиктәрендә Шэньси провинцияһының Сиань ҡалаһында үткән ШОС илдәре тауарҙары күргәҙмәһе Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған 15 илде, диалог буйынса партнерҙарҙы һәм күҙәтеүселәрҙе берләштерҙе. Сарала Ебәк юлы фондын, Азия инфраструктура инвестициялары банкын булдырыуҙы иҫәпкә алып, сауҙа-иҡтисади үҙ-ара эш итеүҙең перспективалы йүнәлештәре тикшерелде. Күргәҙмәлә Рәсәй предприятиеларының яңы технологиялар өлкәһендәге ҡаҙаныштары күрһәтелде.
«Өфө-2015» ШОС БРИКС офис-төркөмөнөң матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан экспозицияһын өс меңдән ашыу кеше ҡараған. Ҡытай Халыҡ Республикаһы дәүләт советы ағзаһы Вань Юн, Шэньси Ху Хэпин провинцияһының партия комитеты секретары урынбаҫары, Сиань ҡалаһы мэры Дун Цзюнь, ШОС-тың генераль секретары Дмитрий Мезенцев, ШОС илдәре делегациялары етәкселәре республика стендының абруйлы ҡунаҡтары булды.
Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы секретариаты тәҡдиме буйынса ШОС ағзалары илдәренең күп яҡлы сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеген үҫтереү мәсьәләләренә арналған Стратегик Рәсәй сессияһы уҙғарылды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов республиканың иҡтисади һәм инфраструктура ҡеүәте хаҡында сығыш яһаны. Төбәктең презентацияһына аңлатма биреп, ШОС-тың генераль секретары Дмитрий Мезенцев Башҡортостандың Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре төбәктәре менән үҙ-ара эш итеүҙә ыңғай тәжрибәһен билдәләне.
«Өфө-2015» ШОС БРИКС офис-төркөмөнөң матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, Башҡортостан делегацияһы финанстар һәм инвестициялар, технологиялар һәм производство, транспорт-логистик инфраструктура, энергетика, медицина һәм фармацевтика йүнәлештәре буйынса сессия эшендә ҡатнашты.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика