Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Иҡтисад
23 Сентябрь 2015, 11:31
Республикала 381 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө 15 367 гектар майҙанда йыйып алынған, был — пландың 31 проценты, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостандың Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Баҡалы, Дәүләкән, Мәләүез һәм Миәкә райондарында 50-40 проценттан аҙыраҡ майҙанда тамыраҙыҡ йыйырға ҡалған.
Һәр гектарҙан уртаса уңыш 248 центнер тәшкил итә, 381 117 тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған. Баҫыуҙарҙан 222 513 тонна тамыраҙыҡ сығарылған, шуның 82 953 тоннаһы эшкәртелгән.
Теги:
ауыл хужалығы
уңыш йыйыу
шәкәр сөгөлдөрө
Читайте нас