11:34 (UTC+5), 21 Сентября 2015

Республика ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 32,3 миллион һумлыҡ продукция һатылған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Уҙған ял көндәрендә Башҡортостандың ҡала һәм райондарында ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 32,3 миллион һумлыҡ продукция һатылған. Бәләбәйҙә, Белоретта, Благовещенда, Дәүләкәндә, Ишембайҙа, Күмертауҙа, Мәләүездә, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Туймазыла, шулай уҡ Бөрйән, Благовар, Көйөргәҙе, Хәйбулла һәм Саҡмағош райондарында йәшелсә-емеш йәрминкәләре үтте.
— Ял көндәрендә 36,1 тонна бал, 251,2 тонна йәшелсә, 777 тонна картуф һатылды. Йәрминкәләрҙә картуфтың килограмын 13-25 һумға, кишерҙе — 15-30, кәбеҫтәне -18-25, сөгөлдөрҙө -15-30, һуғанды -15-25, балды — 250-400, һыйыр итен — 200-350, сусҡа итен — 200-300, һарыҡ итен — 250-330, йылҡы итен — 240-350, ҡош итен — 85-300 һумға алырға мөмкин, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ләйсән Хәйретдинова.
Йәрминкәләрҙә 48 райондан килгән ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр ҡатнашты. Төбәк биләмәһендә 1528 сауҙа нөктәһе ойошторолдо, тип билдәләнеләр ведомствола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика