Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Сентябрь 2015, 18:30
Төбәк аграрийҙары 2 миллион 558 мең тонна иген йыйып алған
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан аграрийҙары 2558 мең тонна иген йыйып алған. Бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлылар 1473 мең гектарҙа сабылған (84 процент), 1446 мең гектарҙа һуғылған (83 процент).
Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Хәйбулла һәм Белорет райондары баҫыуҙарында ураҡ эштәре тамамланған. Архангел, Йылайыр, Краснокама, Мәләүез, Нуриман, Стәрлебаш, Тәтешле, Саҡмағош, Шаран райондарында 10 проценттан кәмерәк майҙанда ашлыҡ йыйып алырға кәрәк.
Саҡмағош районында һәр гектарҙан уртаса 28,3 центнер уңыш алына. Мәләүез районында — 27,5. Ауырғазы, Бөрйән, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Өфө райондары хужалыҡтарында гектарынан уртаса уңыш 22,5-24,9 центнер тәшкил итә, тип билдәләнеләр ведомствола.
Теги:
уңыш йыйыу
ауыл хужалығы
Читайте нас