07:38 (UTC+5), 18 Сентября 2015

Республиканың һалым хеҙмәттәре асыҡ ишектәр көнөнә саҡыра

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 18 һәм 19 сентябрҙә Башҡортостандың һалым хеҙмәттәре асыҡ ишектәр көнөнә саҡыра. Барлыҡ һалым инспекцияларында эш ваҡыты оҙайтыла: 18 сентябрҙә — иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә, 19-да иртәнге 10-дан көндөҙгә 3-кә тиклем. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының баш дәүләт һалым инспекторы Юлиә Дәүләтбаева хәбәр итте.
Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәт итеүселәргә милеккә һалым һалыуҙың үҙенсәлектәре, муниципаль берәмектә ниндәй ставкалар һәм ташламалар ҡулланылыуы хаҡында мәғлүмәт бирәсәк, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең онлайн-сервистары эше тураһында һөйләйәсәк.
Шулай уҡ «Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты»нда теркәлергә мөмкин, уның ярҙамында һалымдарҙы онлайн режимында түләргә, һалым белдереүҙәрен ҡарарға һәм сығарырға, һалым органдарына мөрәжәғәт итергә була.
Федераль һалым хеҙмәтенең республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, быйыл граждандар 1 октябргә тиклем милеккә һалым түләргә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика