ӨФӨ, 2015 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. «Башнефть» компанияһының артабанғы үҫеше химия етештереүен киңәйтеүҙе
күҙ уңында тота. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Росимущество» етәксеһе Ольга Дергунова менән осрашыу һәм акционерҙарҙың «Башнефть» акцияларын файҙаланыу һәм тауыш биреү тәртибе тураһында килешеүенә ҡул ҡуйыу йомғаҡтары буйынса белдерҙе.