ӨФӨ, 2015 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 16 сентябрҙә Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ һәм Башҡортостан Республикаһы «Башнефть» компанияһының акцияларын файҙаланыу һәм тауыш биреү тәртибе тураһында акционерҙар килешеүенә
ҡул ҡуйҙы. Документты Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Ольга Дергунова, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев ҡултамғалары менән нығытты.