09:23 (UTC+5), 10 Сентября 2015

Евгений Семивеличенко Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идарасы директоры итеп тәғәйенләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһына ингән Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идарасы директоры итеп Евгений Семивеличенко тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Өфө моторҙар эшләү берекмәһе идарасы директорының корпоратив һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын биләне. 2015 йылдың 8 сентябрендә Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы директоры Александр Артюхов тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Екатерина Косых хәбәр итте.
Евгений Семивеличенко Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжын тамамлаған, Башҡорт дәүләт университетында «Юриспруденция» белгеслеге буйынса юғары белем алған. Евгений Александрович Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә 2003 йылдан эшләй. Юридик идаралыҡ етәксеһе вазифаһында башлай. 2008 йылдан — генераль, 2011 йылдан Өфө моторҙар эшләү берекмәһе идарасы директорының корпоратив һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.
«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — илебеҙҙә хәрби авиация өсөн двигателдәр етештереүсе иң ҙур үҙәк. Рәсәйҙә дәүләт оборона заказын үтәү сиктәрендә «Су» маркалы самолеттар өсөн двигателдәр эшләүсе берҙән-бер предприятие. Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһына инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика