11:33 (UTC+5), 08 Сентября 2015

Республика халҡы милеккә һалым буйынса ташлама менән файҙалана ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Ағымдағы йылдағы кеүек үк, 2016 йылда ла Башҡортостан һалым түләүселәре милеккә һалым буйынса ташлама менән файҙалана ала. Бының өсөн 2015 йылдың 1 ноябренә тиклем һалым органдарына тейешле белдереү ҡағыҙын тапшырырға кәрәк, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте.
Белдереү ҡағыҙының формаһын Федераль һалым хеҙмәтенең сайтынан күсереп алырға мөмкин.
Әгәр ҙә элек һалым түләүсенең милеккә һалым буйынса ташламаһы булмаған икән, белдереү ҡағыҙы менән бергә тейешле ғариза, шулай уҡ һалым ташламаһына хоҡуҡлы булыуҙы раҫлаған документтар тапшырыла.
Күсемһеҙ милектең түбәндәге төрҙәренең бер объектына ҡарата ташлама ҡаралған: фатир йәки бүлмә; йорт; ижади оҫтахана, ателье, студия; баҡса йәки дача участкаларында урынлашҡан 50 квадрат метрҙан артмаған хужалыҡ ҡаралтыһы; гараж йәки машина урыны.
2015 йылдың 1 ноябренә тиклем белдереү ҡағыҙын тапшырмаған осраҡта уны киләһе йылда 2017 йылда һалым ташламаһы менән файҙаланыу өсөн бирергә була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика