08:07 (UTC+5), 07 Сентября 2015

Сентябрҙә Өфөлә ҡулаҡса менән иҫәпләшеүселәр өсөн трамвайҙа йөрөү хаҡы үҙгәрә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Сентябрҙә Өфөлә ҡулаҡса менән иҫәпләшеүселәр өсөн трамвайҙа йөрөү хаҡы үҙгәрә. Улар өсөн юл хаҡы троллейбустағы кеүек үк 18 һум буласаҡ. Электрон пластик карта буйынса йөрөү — 15 һум. Пенсионерҙар, федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге ташламаға эйә булыусылар өсөн социаль пластик карта буйынса юл хаҡы 10 һум, студенттар өсөн — 10 һум, мәктәп уҡыусылары өсөн алты һум торасаҡ. Багаж хаҡы 10 һум күләмендә билдәләнәсәк.
Өфөләге Муниципаль электр транспорты идаралығы былтыр индерелгән айлыҡ абонементтар системаһын дауам итәсәк. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Муниципаль электр транспорты идаралығы өс иң популяр һәм социаль әһәмиәтле айлыҡ абонементты билдәләне. Улар киләһе йылда ла Өфө ҡалаһының электр транспортында һаҡланып ҡала.
Айлыҡ абонементтар буйынса 20 һәм 30 тапҡыр юл йөрөүгә 240 һәм 340 һумлыҡ тариф ҡулланыла. 50 тапҡыр юл йөрөүгә иҫәпләнгән айлыҡ билет федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге ташламаға эйә булыусылар, пенсионерҙар өсөн 340 һум торасаҡ. Шулай итеп, ошо абонементтар буйынса бер тапҡыр йөрөү 12 һум, 11,3 һум һәм 6,8 һум тәшкил итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика