Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Сентябрь 2015, 10:16

Рөстәм Хәмитов Татарстан нефть һәм газ химияһы форумын асыуҙа сығыш яһаны

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2015 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2 сентябрҙә Ҡазанда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов XXII Татарстан нефть һәм газ химияһы форумын асыуҙа ҡатнашты. Сара «Ҡазан йәрминкәһе» күргәҙмәләр үҙәгендә уҙа.
– Татарстан менән Башҡортостан – Рәсәйҙең нефть һәм газ химияһы комплексының айырылғыһыҙ өлөштәре. Беҙ эшләп еткермәгән урындарҙа бәйләнештәрҙе тергеҙәсәкбеҙ. Бөгөнгө көндә яҡшы һәм тотороҡло үҫешеүсе мөнәсәбәттәрҙе үҫтерәсәкбеҙ, – тип билдәләне республика етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Татарстан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Миңлеханов күргәҙмә экспозицияларын ҡараны. Шуларҙың береһендә газ-мотор яғыулығы менән эшләүсе автомобилдәр ҡуйылғайны. Улар араһында заводтың газ баллоны ҡорамалы менән йыһазландырылған яңы Lada Largus, газ-мотор яғыулығын файҙаланыу өсөн ҡайтанан йыһазландырылған Ford, Hyundai, Land Rover автомобилдәре һәм башҡа маркалар, шулай уҡ такси, технологик һәм йөк машиналары бар. «КамАЗ» базаһындағы мобиль газ менән заправкалау станцияһы төбәк етәкселәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, ул стационар газ менән заправкалау станцияһын алыштырырға һәләтле.
Рөстәм Хәмитов менән Рөстәм Миңлеханов тәҡдим ителгән өлгөләрҙе юғары баһаланы һәм газ-мотор яғыулығы менән эшләгән автомобилдәрҙе шәхси, шулай уҡ эш маҡсатында уңышлы файҙаланыу мөмкинлеген билдәләне.
Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән бергә «Башҡортостан уңышы синергияһы» стендын ойошторған. Башҡортостан менән Татарстан предприятиеларының берлектәге проекттарына ҙур иғтибар бүленгән.
2 сентябрҙән 4-нә тиклем уҙғарылған XXII Татарстан нефть һәм газ химияһы форумы Рәсәй нефть һәм газ химияһы тармағының мөһим сараларының береһе булып тора. Форумдың эшлекле сараларында донъяның 22 иленән килгән меңдән ашыу делегат, Рәсәйҙең 185 предприятиеһы ҡатнаша. Улар араһында «Транснефть», «Татнефть», «ТАИФ», Henkel (Германия), Xandon Petroleum Technology (Ҡытай) кеүек компаниялар һәм башҡалар бар.
Форум сиктәрендә «Нефть. Газ. Нефть химияһы», «Экотехнологиялар һәм XXI быуат ҡорамалы», «GEO-Ҡазан. Геологоразведка. Геодезия. Картография» һәм «Интерпластика Ҡазан» тип аталған дүрт махсуслаштырылған күргәҙмә, шулай уҡ халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар, презентациялар һәм бизнес-осрашыуҙар ойошторола.
Читайте нас: