09:36 (UTC+5), 01 Сентября 2015

Башҡортостанда 1,5 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алынған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда 951 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған (53 процент), 902 мең гектарҙа — һуғылған (51 процент). Был хаҡта, төбәктең Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә һылтанып, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Иң юғары эш темптары Архангел һәм Стәрлебаш райондарында күҙәтелә. Был райондарҙа майҙандың 70 процентында иген сабылған, 68 һәм 67 процентында һуғылған.
Гектарҙан уртаса уңыш 17,6 центнер булғанда 1583 мең тонна ашлыҡ һуғылған. Бөгөн иң күп ашлыҡты (28 центнерҙан ашыу) Саҡмағош районы игенселәре ала. Иген һуғыу буйынса Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары алда бара, улар 78,75 мең тонна ашлыҡ йыйған. Шулай уҡ илештәр (73,96), мәләүездәр (76,58) һәм саҡмағоштар (70,29) 70 мең тоннанан ашыу иген йыйып алған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика