12:00 (UTC+5), 07 Август 2015

Бер айҙа республикала инфляция 0,7 процент тәшкил иткән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Июлдә Башҡортостанда инфляция 0,7 процент тәшкил иткән. Росстат төбәк бүлексәһенең отчетына ярашлы, ағымдағы йылдың ете айында төбәктә ҡулланыусыларҙың хаҡтары 8,2 процентҡа артҡан. Алдағы айҙа был күрһәткес 7,4 процент булған.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, республикала йыллыҡ инфляция 14,3 процент кимәлендә. Рәсәй буйынса был күрһәткес 15,6 процент тәшкил итә. Июлдә картуфҡа, кишергә, һарымһаҡҡа (11,5-25,0 процентҡа), алмаға (7,0), сәйгә, шәкәргә, онға, кәнфиткә, туңдырмаға (1,1-3,5), әфлисунға (26,7) хаҡтарҙың артыуы теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта сөгөлдөр, кәбеҫтә, помидор һәм ҡыяр (12,0-39,8 процентҡа), лимон, виноград, банан (9,9-19,9), шулай уҡ йомортҡа (5,2) һәм ярмалар (1,9-2,6) арзанайған.
Тәмәке 5,2 процентҡа, яңы сит ил автомобилдәре — 3,9, бензин — 2,3, балалар кейеме 2,4 процентҡа ҡиммәтләнгән. Миҙгелле өҫ һәм аяҡ кейемдәренә, төҙөлөш материалдарына, көнкүреш техникаһына, компьютерҙарға, элемтә сараларына һәм алтын биҙәүестәргә хаҡтарҙың төшөүе күҙәтелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика