Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Август 2015, 13:37

Үҙәк банк Социнвестбанк ваҡытлы хакимиәтенең функцияларын Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡҡа йөкмәтте

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Үҙәк банк Социнвестбанк ваҡытлы хакимиәтенең функцияларын «Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡ» дәүләт корпорацияһына йөкмәтте. Тейешле мәғлүмәт Үҙәк банктың рәсми сайтында урынлаштырылған.
«Ваҡытлы хакимиәттең эшмәкәрлек осорона «Социнвестбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте акционерҙарының устав капиталында ҡатнашыуға бәйле вәкәләттәре, шулай уҡ идара итеү органдарының вәкәләттәре туҡтатылды», — тиелә Рәсәй банкының белдереүендә.
Шулай уҡ кредит ойошмаһының финанс хәлен тикшереү ваҡытлы хакимиәттең тәү сираттағы бурысы булып тора тип хәбәр ителә.
Бөгөн Социнвестбанктағы каникулдарҙың йәнә оҙайтылыуы хаҡында билдәле булды.
Читайте нас