18:09 (UTC+5), 04 Август 2015

Башҡортостанда иң юғары уңыш алыусы район билдәле булды

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Саҡмағош әлеге мәлдә Башҡортостанда иң юғары уңыш алыусы район тип иҫәпләнә. Республика Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, бында һәр гектарҙан 30,7 центнер уңыш алына.
Республика Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге белдереүенсә, 234 мең гектар майҙандағы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған, 178 мең гектарҙа — һуғылған. Башҡортостан буйынса бөтәһе 362 мең тонна ашлыҡ һуғылған.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы билдәләүенсә, Стәрлетамаҡ районында эштәр юғары темпта бара, унда 14,75 мең гектар майҙанда иген сабылған, 13,32 мең гектарҙа — һуғылған. Стәрлетамаҡтар ашлыҡ һуғып алыу буйынса алдынғылар рәтендә. Улар 34,03 мең тонна иген йыйып алған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика