Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-15 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Август 2015, 13:52
Башҡортостанда тағы ла бер Микрофинанслау үҙәге эшләй башланы
ӨФӨ, 2015 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда тағы бер Микрофинанслау үҙәге асылды. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, ул Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан.
Мәләүездәге офис Мәләүез, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын хеҙмәтләндерәсәк. Үҙәктә эшҡыуарҙар йылына 10 процент менән ташламалы микрозайм рәүешендә дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, хәҙер төбәктә үҙәктең Өфөлә төп һәм республика буйынса 10 өҫтәмә офисы эшләй.
Теги:
микрозайм үҙәге
Читайте нас