08:09 (UTC+5), 28 Июль 2015

Республикаға Венгриянан һыйырҙар килтерелде

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Ауырғазы районының «Уңыш» ауыл хужалығы етештереү кооперативына Венгриянан голштин-фриз тоҡомло 136 баш башмаҡ килтерелде. Был хаҡта республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Хужалыҡ етәксеһе Радик Рафиҡов һүҙҙәренсә, хәҙерге ваҡытта малдар карантинда тотола, һуңынан уларҙы Иҫке Әпсәләм ауылындағы 1200 баш һыйырға иҫәпләнгән һөтсөлөк-тауар фермаһына күсерәсәктәр.
Хужалыҡта һәр һыйырҙан уртаса 19 килограмм һөт һауып алына, был былтырғыға ҡарағанда 1,7 килограмға күберәк. Көн һайын хужалыҡ Дәүләкән һөт комбинатына 18-19 тонна һөт тапшыра. Яңы таналар һөт бирә башлағас, был күрһәткестәр артыр, тип өмөтләнә «Уңыш» ауыл хужалығы етештереү кооперативы малсылары. Сит илдән килтерелгән һыйырҙар сентябрь-декабрь айҙарында быҙаулаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика