06:52 (UTC+5), 28 Июля 2015

«Башнефть» компанияһының директорҙар советын Рәсәй энергетика министрының беренсе урынбаҫары Алексей Текслер етәкләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының директорҙар советы Рәсәй энергетика министрының беренсе урынбаҫары Алексей Текслерҙы рәйес итеп һайланы.
Алексей Текслер марттан бирле директорҙар советы рәйесе вазифаһын башҡарҙы. Ул саҡта «Башнефть» компанияһын «Система» финанс корпорацияһынан дәүләткә ҡайтарыу буйынса процедуралар тамамланғас, акционерҙарҙың сираттан тыш йыйылышы үтте. Унда директорҙар советының яңы составы раҫланды. Рәйес вазифаһы Текслерға йөкмәтелде, әммә ул мәлгә хөкүмәттең рәйес һайлау тураһында директиваһы юҡ ине.
30 июндә үткән йыйылышта директорҙар советы алдараҡ раҫланған составта яңынан һайланды.
Яңы советҡа ун кеше, элекке составтан «Башнефть» президенты Александр Корсик һәм бойондороҡһоҙ директор Чарльз Ватсон инә. Башҡортостанды директорҙар советында республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов һәм Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев күрһәтә.
2014 йылдың 8 декабрендә «Башнефть» Мәскәү Арбитраж судының ҡарары буйынса федераль милеккә күсте. 21 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин «Башнефть» компанияһы акцияларының 25 процентын Башҡортостанға тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәгендә һәм сит илдә эшмәкәрлек алып бара. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә нефть табыу буйынса алтынсы (17,8 миллион тонна) һәм уны беренсел эшкәртеү буйынса дүртенсе урынды (21,7 миллион тонна) биләй. 1 ғинуарға нефть запастары — 2,15 миллиард баррель, запастар менән тәьмин ителеү 16,9 йыл тәшкил иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика