Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июль 2015, 14:36

1 июлгә Башҡортостандың тупланма бюджет профициты 3,5 миллиард һум тәшкил иткән

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Ғинуар-июнь айҙары йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандың тупланма бюджеты 3 миллиард 505 миллион һум профицит менән үтәлгән, тип хәбәр итә республиканың Финанс министрлығы. Килем 82,7 миллиард һум тәшкил иткән, был былтырғы ошо осорға ҡарағанда 12,9 процентҡа күберәк. Сығымдар 79,2 миллиард һум күләмендә — 8,6 процентҡа күберәк финансланған.
Һалым һәм һалым булмаған килем 65,6 миллиард һум (2014 йылдың ғинуар-июнь айҙарына плюс 10 процент), башҡа бушлай керемдәр — 17 миллиард (плюс 12,9 процент), уҙған йылдарҙағы бюджет-ара трансферттарҙы кире ҡайтарыу сальдоһы ыңғай һәм 132,2 миллион тәшкил иткән (2014 йылдың 1 июленә 1,4 миллиард һумға кәмерәк булған).
Былтырғы тәүге ярты йыллыҡ менән сағыштырғанда, ойошмаларҙың килеменә (19,2 процентҡа), мөлкәткә (17,1), физик шәхестәрҙең килеменә (1,7) һалым керемдәре артҡан. Акциздар кереме 5,4 процентҡа кәмегән. Дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте файҙаланыуҙан килем 31,3 процентҡа артҡан һәм 5,5 миллиард һум самаһы тәшкил иткән.
Сығымдар структураһында, ғәҙәттәгесә, социаль йүнәлеш өҫтөнлөк итә — бөтә сығымдарҙың 76,7 проценты. Капиталь һалыуҙарҙы һәм юл хужалығын финанслауға 8,4 миллиард һум, йәки бөтә сығымдарҙың 10,6 проценты йүнәлтелгән.
Ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан бюджеты 3,1 миллиард һум профицит менән үтәлгән: килемдәр — 67,4 миллиард, был 2014 йылдың ошо осорона ҡарағанда 13,7 процентҡа күберәк, сығымдар — 8,9 процент үҫеш менән 64,3 миллиард.
Урындағы бюджеттарҙың килеме (38,2 миллиард) сығымдарҙан (37,8 миллиард) 0,4 миллиард һумға артығыраҡ.
Читайте нас: