ӨФӨ, 2015 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, кисә Саҡмағош районында үткән «Баҫыу көнө-2015» иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыуҙы ойоштороу буйынса республика семинар-кәңәшмәһенең пленар ултырышында сығыш яһап, республика агросәнәғәт комплексының бөгөнгө торошона баһа бирҙе һәм уның өҫтөнлөклө үҫеш йүнәлештәрен
билдәләне.