Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Иҡтисад
21 Июля 2015, 05:45
Өфөлә эшҡыуарҙарға бизнесты йәнләндереү хаҡында һөйләйәсәктәр
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә эшҡыуарҙарға тренинг саралары ярҙамында үҙ эшеңде йәнләндереү хаҡында һөйләйәсәктәр. 28 июлдә баш ҡаланың Эшҡыуарҙар союзы ошо темаға арналған сара ойоштора.
Осрашыуҙа бизнес-тренер Андрей Подгузов сығыш яһай. Уның менән бергә ҡатнашыусылар етәкселәрҙең идара итеү эшмәкәрлегендә тренинг технологияларының ролен, хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеү ысулдарын тикшерәсәк.
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1 адресы буйынса үткәрелә. Ҡатнашыу ирекле.
Теги:
тренинг
Читайте нас