11:30 (UTC+5), 14 Июля 2015

Йәй көнө Башҡортостандың Монополияға ҡаршы хеҙмәте аҙыҡ-түлек баҙарын контролдә тотоуҙы көсәйтә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Йәйге айҙарҙа Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы төбәктең аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлде контролдә тотоуҙы көсәйтә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында идаралыҡтың етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева белдерҙе.
«Хәҙер туҡланыу продукттары баҙарын ентеклерәк тикшерәсәкбеҙ. Июль-август яңы уңыш алыу осоро булғанлыҡтан, һәр кем хаҡтарҙы арттырырға тырыша. Ошондай хәлгә юл ҡуймау өсөн быны иғтибар менән күҙәтәсәкбеҙ», — тип билдәләне Зөлфирә Аҡбашева.
Шул уҡ ваҡытта ведомство башлығы әлеге мәлдә аҙыҡ-түлек баҙарында тәртип боҙоуҙар теркәлмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Ваҡ ҡағиҙә боҙоуҙар булды. Баҙар илебеҙ тауарҙарына ҡытлыҡ кисергән. Беҙҙә йомортҡа, тауыҡ ите, он етештереү кәмене, шуға күрә ситтән килтерергә тура килә. Уларҙың хаҡына йоғонто яһау бик ауыр, сөнки транспорт сығымдарын да ҡапларға кәрәк. Әммә беҙ барыһын да контролдә тотабыҙ. Әйткәндәй, Волга буйы федераль округының 14 төбәге араһында беҙ аҙыҡ-түлеккә хаҡтар буйынса уртала ҡала киләбеҙ», — тип йомғаҡ яһаны Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика