04:45 (UTC+5), 09 Июля 2015

Александр Лукашенко Башҡортостан менән Белоруссияның оҡшаш булыуын билдәләне

сараның рәсми сайтынан һәм Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов, Ғәлиә Нәбиева/. 8 июлдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Белоруссия Республикаһы Президенты Александр Лукашенко килде. Өфө аэропортында уны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Башҡортостандың баш ҡалаһында Александр Лукашенко Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Белоруссия Президенты БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарының осрашыуына саҡырылған.
Белешмә. 2014 йылда Башҡортостан менән Белоруссия араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 458,8 миллион доллар тәшкил иткән. Ошо сумманың 70 проценттан ашыуы экспорт тауарҙарына тура килә.
Республика биләмәһендә Белоруссия капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 25 берлектәге предприятие эшләй.
Белоруссия Президенты Александр Лукашенко Владимир Путинға Башҡортостанға килеү мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтте. «Рәсәйҙең күркәм мөйөшөндә булыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерәм. Өфөгә тәүгә килеүем. Бик матур, уңайлы ҡала. Үҙгәргән. Белоруссияға оҡшаш».
Рәсәй Президенты Белоруссия лидерын Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында статусы күтәрелеүе менән ҡотланы. Владимир Путин һүҙҙәренсә, ошо мәсьәлә хәл ителгән тиерлек. Хәҙер ул ойошманың күҙәтеүсе дәүләте буласаҡ.
Александр Лукашенко Владимир Путин менән тикшерергә теләгән мәсьәләләрҙе билдәләне. Улар араһында — Евразия иҡтисади союзы сиктәрендә хеҙмәттәшлек итеү.
Саммиттарҙың тәүге көнөндә Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡытай, Тажикстан, Һиндостан, Көньяҡ Африка Республикаһы һәм Белоруссия лидерҙары менән ике яҡлы осрашыуҙар үткәрҙе.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика