08:32 (UTC+5), 07 Июля 2015

Башҡортостанда кемдең эш хаҡы юғары икәнлеге билдәләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда ҡайһы өлкәлә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы юғары икәнлеге иҫәпләп сығарылды. Мәғлүмәттәр 2015 йылдың ғинуар-май айҙарында төбәктә иҡтисад, социаль һәм финанс тармаҡтарында хәлде үҙгәртеү буйынса отчет сиктәрендә билдәле булды.
Документтан күренеүенсә, апрелдә иң юғары хеҙмәт хаҡын файҙалы ҡаҙылмалар сығарыусылар алған. Уларҙың эш хаҡы 44 меңдән ашыу тәшкил иткән. Икенсе урында — финанс эшмәкәрлеге (37 меңдән ашыу). Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 19,3 меңгә еткән һәм былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 9 процентҡа артҡан, ә һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә эшләүселәр 23 меңдән ашыу ала, был 2014 йылға ҡарағанда 13,3 процентҡа күберәк.
Ағымдағы йылдың апрелендә Башҡортостанда хеҙмәткәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы 25,5 мең һум тәшкил иткән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, бында 0,8 процентҡа кәмеү күҙәтелә. Республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында 2015 йылдың ғинуар-апрель айҙарында уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы күләме буйынса бишенсе урынды биләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика