13:18 (UTC+5), 01 Июля 2015

Франция ауыл хужалығындағы ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса республикабыҙ менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Франция ауыл хужалығындағы ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Үҙҙәренең уй-ниәттәрен сит ил компания вәкилдәре урындағы властар менән һөйләшкәндән һәм төбәк производстволарын ҡарағандан һуң белдерҙе. Был хаҡта Башҡортостандың Инвестициялар йәлеп итеү агентлығы хәбәр итә.
Прицеплы техника етештереү буйынса лидер һаналған «Kuhn» компанияһы республика биләмәһендә техника йыйыуға субсидия биреү шарты менән Башҡортостанда етештереүҙе башлау мөмкинлеген билдәләне. «Transplumes» компанияһы Туймазы районының «Серафимовка ҡош мамығы» предприятиеһы менән һөйләшеүҙәр алып бара. KBS Genetic һәм Interlim Genetic Service генетика үҙәктәре, шулай уҡ «Sersia» генетик материал менән тәьмин итеү буйынса компания иң яҡшы үгеҙҙәрҙе һәм һыйырҙарҙы һайлап алыу, яңы тоҡомдар килтереү, мал тотоу шарттарын яңыртыу иҫәбенә ит, һөт етештереү күрһәткестәрен яҡшыртыу буйынса хеҙмәттәрен тәҡдим итте. Ашатыу өсөн продукттар етештереү һәм һатыу өлкәһендә махсуслашҡан «Pancosma» компаниялары клиенттар тапты һәм йәнә республикаға килергә ниәтләй.
22 июндә Башҡортостанға Францияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Жан-Морис Рипер етәкселегендәге рәсми делегация килде. Ҡунаҡтар төбәктең хужалыҡтарында булды, фермерҙар һәм ауыл хужалығы баҙары оҫталары менән осрашты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика