Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.47
+0.03
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июнь 2015, 16:14

Республикала ололар һәм инвалидтар өсөн пансионат төҙөргә ниәтләйҙәр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Мишкә районының Ирсай ауылында ололар һәм инвалидтар өсөн пансионат төҙөргә ниәтләйҙәр. Был проектты дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә социаль объект базаһында ғәмәлгә ашырыу ҡаралған. Ике ҡатлы кирбес бина 1997 йылда һалынған, майҙаны 750 квадрат метр тәшкил итә. Мәсьәлә республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ултырышында тикшерелде.
«Бөгөнгө көндә халыҡты социаль хеҙмәтләндереү системаһы етди үҙгәрештәр кисерә: дәүләт вәкәләттәренең бер өлөшөн коммерция булмаған секторға тапшыра. Ошо пансионатты социаль эшҡыуарҙарға тапшырыу күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк, тип ышанабыҙ», — тип билдәләне төбәктең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Рәсих Шәмсетдинов.
Әлеге мәлдә Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы шәхси инвесторҙарҙан проектты тормошҡа ашырыу буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Читайте нас: